Көнгәк
+21 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
23 Декабря 2019, 11:47

КОММУНАЛЬ ХЕҘМӘТТӘРГӘ ХАҠ АРТА

Башҡортостанда киләһе йылда коммуналь тарифтарҙың күпмегә артыуы билдәле булды. Республика хөкүмәте раҫлаған документҡа ярашлы, икенсе кварталда күпселек хеҙмәттәр өсөн хаҡ күтәрелеүе көтөлә. Сүп-сар сығарыу һәм электр энергияһы өсөн түләү 1 ғинуарҙан ҡиммәтләнә.

1 июлдән иһә тарифтар уртаса 5,6 процентҡа артасаҡ. Төрлө ҡала һәм райондарҙа түләү төрлөсә була.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәте өсөн түләү компенсацияһы хаҡы ла үҙгәрә.

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә,торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәте өсөн компенсация түләүе лә үҙгәреш кисерә.Ул Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ултырышында хупланды. Шулай итеп, 2020 йылдың 1 июленән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәрен түләгәндән һуң уны өлөшләтә кире ҡайтарыусы социаль категория граждандары был аҡсаны билдәләнгән тариф буйынса түгел, ә факт буйынса компенсация аласаҡ.

Читайте нас