Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
31 Декабря 2019, 08:28

КИЛӘҺЕ ЙЫЛДА БАШҠОРТОСТАНДА САНИТАР АВИАЦИЯ ӨСӨН ВЕРТОЛЕТ МАЙҘАНСЫҠТАРЫ ӘҮҘЕМ ТӨҘӨЛӘСӘК

БР Хөкүмәтендә уҙған аҙналыҡ кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, киләһе йылда беҙҙә санитар авиация өсөн вертолет майҙансыҡтары әүҙем төҙөләсәк. 2020 йылдың июленә улар һигеҙгә артасаҡ, тип хәбәр итәЙӘШЛЕК.

БР Хөкүмәтендә уҙған аҙналыҡ кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, киләһе йылда беҙҙә санитар авиация өсөн вертолет майҙансыҡтары әүҙем төҙөләсәк. 2020 йылдың июленә улар һигеҙгә артасаҡ, тип хәбәр итәЙӘШЛЕК.
Ишеткәнһегеҙҙер, быйыл Өфөлә республика клиник перинаталь үҙәге биләмәһендә вертолет төшә торған урын барлыҡҡа килде. Санитар авиацияны ҡулланыу "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты маҡсаттарына ирешергә булышлыҡ итәсәк.
2020 йылдың июленә майҙансыҡтар Нефтекамала, Асҡында, Сибайҙа, Мәсәғүттә, Стәрлетамаҡта, Белоретта һәм тағы берәү Өфөлә төҙөлә.
Сирлеләрҙе баш ҡалаға вертолет менән килтереү ярҙам күрһәтеү ваҡытын экономиялай. Мәҫәлән, вертолет Стәрлетамаҡтан 40 минутта килеп етһә, Октябрьскийҙан - бер сәғәттә, Сибай йә Баймаҡтан бер сәғәт тә 40 минутта Өфөлә була.
Фото: proural.info сайтынан
Читайте нас