Сихри Яңы йыл төнө
Яңы йылда һәр кем тулҡынланыу менән ниндәйҙер мөғжизәгә өмөт итә. Был көн балаларға гына түгел, йәше-ҡарты өсөн дә көтөп алынған байрам.Мәләүездәр яҡшы күрһәткестәр менән йылды тамамланы. Хеҙмәт кешеһе лайыҡлы күңел асырға ла тейеш. Шуға күрә байрамға ла әҙерлек алдан башланды. Шыршы майҙансығы төрлө уттар менән балҡыны. 30-31 декабрҙә Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡатнашлығында кисә халыҡты йыйҙы. Ә Яңы йыл төнөндә мәләүездәр байрам салютын күҙәтте. Халыҡ таралашырға йыйынманы, балалар уйын атракциондарына ашыҡты. Айырыуса тауҙаншыуыу балаларға оҡшаны.