Яңылыҡтар
3 Ғинуар 2020, 06:28

Бәхетле ғүмер

Кешенең был донъяла йәшәүе ғүмер оҙонлоғо менән түгел, эштәре менән баһалана. Тормошто яратҡан, бер ваҡытта ла зарланмаған, сабыр холоҡло Мөкәрәмә апай менән Баязит ағай Ҡырымсуриндар мине һәр ваҡыт һоҡландыра. Илле йыл бергә ғүмер кисергән ололарҙы барыһы ла хөрмәт итә. Ауылдаштары, алтын юбилейҙарын ҙурлап, клубта билдәләнеләр, республика башлығы бүләген тапшырҙылар.

Кешенең был донъяла йәшәүе ғүмер оҙонлоғо менән түгел, эштәре менән баһалана. Тормошто яратҡан, бер ваҡытта ла зарланмаған, сабыр холоҡло Мөкәрәмә апай менән Баязит ағай Ҡырымсуриндар мине һәр ваҡыт һоҡландыра. Илле йыл бергә ғүмер кисергән ололарҙы барыһы ла хөрмәт итә. Ауылдаштары, алтын юбилейҙарын ҙурлап, клубта билдәләнеләр, республика башлығы бүләген тапшырҙылар.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа бөтә ауырлыҡтарҙы үҙ иңдәрендә күтәргән улар. Әсәһе ситтә эштә булыу сәбәпле, Баязит ағай бер туған инәһе тәрбиәһендә үҫә. Бәләкәйҙән теремек, сос, отҡор малай Смаҡ ауылына 8 саҡрым араны көн дә йәйәүләп йөрөп мәктәпте тамамлай. Шул уҡ ваҡытта 12 йәштән ололар менән бергә колхоз эшенә егелергә тура килә. Ҡайҙа ғына ҡушһалар ҙа, еренә еткереп үтәй үҫмер. 14-15 йәштә, ҙур ышаныс күрһәтеп, тракторсы ярҙамсыһы итеп ҡуялар. 17 йәштән малсылыҡҡа күсә. Йәш, дәртле саҡ , зарланыу, һыҡтаныу ситен. Көндө төнгә ялғап эшләһә лә, кистәрен клубта гармунда өҙҙөрөп уйнай, йәштәрҙе бейетә лә, йырлата ла. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр бит, был нәҡ Баязит ағай тураһында.
1969 йылда күҙ атып йөрөгән ауыл ҡыҙы Мөкәрәмә менән татыу ғаилә ҡороп, инде ярты быуат бер һуҡмаҡтан атлайҙар. Хәләл ефете лә юғалып ҡалғандарҙан түгел, ир-егеттәргә хас һаналған иретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡып сыҡҡан ҡыҙ өс йыл ошо эште башҡара. Артабанғы ғүмерен малсылыҡ менән бәйләй. Был тармаҡта иң яуаплы, ҡатмарлы бурыстарҙың береһе - йәш малды аяҡҡа баҫырыу. Мөкәрәмә апай быҙауҙарҙы тәрбиәләүгә бик ҙур көс һала.
Баязит ағай хаҡлы ялға сыҡҡансы, 26 йыл ферма мөдире булып эшләй. Ауылда абруйлы ир уҙаманын бер нисә тапҡыр ауыл советы депутаты итеп һайлайҙар. Бөгөн дә ул, оло йәштә булһа ла, халыҡ мәнфәғәте өсөн янып йәшәй - алмаштырғыһыҙ ауыл старостаһы.
“Төрлө саҡтар булғандыр инде. Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, бер эштән баш тартмай көс түккән ваҡыттарҙы һағынып һөйләргә генә ҡалды. Был донъяла йәшәү ғүмер йылдары менән түгел, ҡылған изгелектәргә, ҡалдырған эҙҙәргә ҡарап баһалана”, - ти Ҡырымсуриндар. Балаларына ла матур тәрбиә бирә алған улар һәм бөгөн хаҡлы рәүештә ғәзиздәренең уңыштарына һөйөнөп йәшәйҙәр. 12 ейән-ейәнсәргә олатай һәм өләсәй булһалар, бүләләрен дә күреү бәхетенкисерҙе улар. Хәҙер инде ял һәм байрам көндәрендә яҡты йөҙ, йылы аш менән ҡәҙерлеләрен ҡаршылап, донъяның матурлығына ҡыуанып ғүмер итә ололар.
Бәхетле ҡартлыҡ ошо булалыр инде. Шәрип ауылында күптәргә өлгө был матур ғаилә. Улар барыһына изге теләктә кәңәштәр биреп, ҡулдан килгәнсә ярҙам итеп тора. Мөкәрәмә апай менән Баязит ағайҙың үҙҙәренә лә балаларының шатлығын ғына күреп, Аллаһ тәғәләнең рәхмәтендә, бәрәкәтендә, сәләмәтлектә хәйерле ғүмер кисерергә яҙһын, тип теләге килә.
Фәнис Байгилдин, ауылдашы.
Читайте нас