Көнгәк
+29 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
3 Ғинуар 2020, 06:18

Быйылғы лауреаттар

Билдәле яҙыусы, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Булат Рафиҡов исемендәге премияға быйыл ике яҡташыбыҙ лайыҡ булыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде.

Билдәле яҙыусы, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Булат Рафиҡов исемендәге премияға быйыл ике яҡташыбыҙ лайыҡ булыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде.
Рәсимә Дәүләтбаева-Ғайсина һәм Хәлиҙә Шәйәхмәтованың исеме мәләүездәргә яҡшы таныш. Улар икеһе лә - “Мәләүез таңдары” әҙәби берекмәһенең әүҙем ағзаһы. Башлыса тормошобоҙҙоң төрлө өлкәһенә ҡағылған темаларға әҫәрҙәре менән билдәле улар. Лауреаттарҙың икеһе лә тыуған төйәк, милли рух, тәбиғәткә, тормошҡа һөйөү, саф хистәр, мөхәббәт тураһында шиғырҙары менән иғтибарҙы йәлеп итә. Рәсимә Шәһиҙулланың шиғри юлдары күберәк фәлсәфәүи уйланыуҙарға ҡоролһа, Хәлиҙә Шәңгәрәй ҡыҙы сатира һәм юморға мөрәжәғәт итә. Лауреаттарҙы ҡотлауға беҙ ҙә ҡушылабыҙ һәм оҙайлы йылдар “Көнгәк” гәзите менән тығыҙ хеҙмәттәшлектәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Лена АБДРАХМАНОВА.
Һүрәттә: Булат Рафиҡов исемендәге премияны тапшырғандан һуң иҫтәлеккә фото.
Автор фотоһы.
Читайте нас