Көнгәк
+17 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
2 Января 2020, 19:55

Ҡоро закон

Башҡортостанда 30 декабрҙә Яңы йылды байрам иткән көндәрҙә иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы сикләгән закон үҙ көсөнә инде.

Башҡортостанда 30 декабрҙә Яңы йылды байрам иткән көндәрҙә иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы сикләгән закон үҙ көсөнә инде.
«Алкоголь һатыу режимы уҙған йылдарҙың криминаль һәм медицина статистикаһынан сығып билдәләнде, - тине республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Мәғлүмәттәрҙе анализлап, хәмер менән ағыуланыу осраҡтарының күбеһе 3 ғинуарға тура килеүенә иғтибар иттек. Тик бында эш тәү ҡарашҡа күренгәнсә ялған продукцияла ғына түгел, ә саманан тыш артыҡ ҡулланыуҙа. Тап 3 ғинуарҙа алкоголь һатыуҙы сикләү шуның менән аңлатыла. Артабанғы көндәрҙә статистика алкоголь психоздары, суицидтар һәм үлтереүҙәр һанының артыуын күрһәтә. Иҫкәртеү маҡсатында 4-6 ғинуарҙа көнөнә иртәнге 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем хәмер һатыу сикләнә».
Константин Толкачев шулай уҡ депутаттарға алкоголде законһыҙ рәүештә етештереү урындарын һәм суррогат һатыу нөктәләрен асыҡлау буйынса эшкә ҡушылырға саҡырҙы.
Республика парламенты спикеры һүҙҙәренсә, был закон – халыҡ араһында эскелекте иҫкәртеү буйынса ҙур эштең башы ғына.
Читайте нас