Көнгәк
+28 °С
Облачно
VK
ОК
Telegram
dzen
MAX
Яңылыҡтар
6 Января 2020, 13:23
Рәсәйҙең "фишка"һы нимәлә?
Ил хөкүмәте рәйесенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Татьяна Голикова фикеренсә, Рәсәйҙе ҡалғандарҙан айырып торған һыҙат ул – күп балалы ғаиләләр.
Ил
хөкүмәте рәйесенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Татьяна Голикова фикеренсә, Рәсәйҙе ҡалғандарҙан айырып торған һыҙат ул – күп балалы ғаиләләр.
Уның әйтеүенсә, ил ғаиләләрендә электән үк ишле ғаиләләр булған. Бөгөн ике-өс бала тәрбиәләнә һәм заман күҙлегенән сығып ҡарағанда был – ярайһы яҡшы күрһәткес. “ Ике-өс балалы ғаиләлләрҙе Рәсәйҙең “фишкаһы” тип һанарға була”, ти – вице-премьер.
Әлбиттә, бының менән генә ҡәнәғәтләнергә ярамай. Илдә ишле ғаиләләр һанын арттырыу йүнәлешендә эшләрҙе дәуам итергә кәрәк тип иҫәпләй ул. “Был бик мөһим”, – тип асыҡлай Татьяна Голикова.
2024 йылга тиклем иҫәпләнгән “Демография” милли проектының маҡсаты ла – илдә халыҡ һанын һәм ғүмер оҙонлоғон арттырыу. Был йәһәттән балалы ғаиләләргә дәүләттән төрлө ярҙам саралары (мәҫәлән, беренсе бала тыуғанда түләү, күп балалы ғаиләләргә айлыҡ пособие, әсә капиталы һәм башҡалар) ҡаралған.
Милли проектта билдәләнгән бурыстарҙы тормошҡа ашырыу бюджеты – 3,1 триллион һум.
Сығанаҡ: futurerussia.gov.ru
Фото: 123ru.net
Читайте нас