Көнгәк
+27 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
7 Января 2020, 07:19

Дәртле Муллағол халҡы

Яңы йыл - көтөп алынған байрам. Ул - өмөттәр һәм яҡшы кәйеф, уҙған йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау һәм киләсәккә пландар ҡороу ваҡыты.

Яңы йыл - көтөп алынған байрам. Ул - өмөттәр һәм яҡшы кәйеф, уҙған йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау һәм киләсәккә пландар ҡороу ваҡыты.
Муллағол ауылының Мишәр күле урамында ике күрше Эльмира Әминова һәм Гөлназ Хисмәтова Яңы йыл кисәһен ойошторҙо. Улар балаларғаһәм ололарға алдан әҙерләгән лотерей билеттар яһап, матур бүләктәр алып уйнатты. Риф Нәжметдинов алып килгән Яңы йыл байрамының күрке булған Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, байрам тағы ла йәнләнә төштө. Кисәнең тәүге өлөшөндә балалар, әкиәт геройҙары менән бергәләшеп, төрлө мөғжизәле ваҡиғалар уртаһында ҡайнаны, шиғырҙар һөйләне, рәхәтләнеп күңел асты. Шулай уҡ уйындар, конкурстар үткәрелде. “Беҙҙең ауыл кешеләре дәртле, бер-беребеҙ менән татыу аралашып йәшәйбеҙ”, - ти Гөлназ Хисмәтова. Сарала ҡатнашҡандар ауыл хакимиәте башлығы Зөфәр Ғималетдиновҡа һәм Фәнил Ғималетдиновҡа бағымсылыҡ күрһәткәндәре өсөн оло рәхмәттәрен еткерәләр. Был байрам ауыл халҡына бик оҡшаны, икенсе йылды ла шулай ҡаршы аларға тип, һүҙ ҡуйышып таралышты.
Лилиә АРЫҪЛАНОВА.
Һүрәттә: Эльмира Әминова һәм Гөлназ Хисмәтова күңелле байрам ойошторҙо.
Фото архивтан.
Читайте нас