Тормош бит ул ҡыуандырып та, ҡайғыртып та торған сәйер бер ысынбарлыҡ. Кеше, олоғая килә тәжрибә туплап, донъя хәлдәрен самалап, иртәгәһе көндә һәм киләсәктә ни буласағын һиҙемләү һәләтенә эйә була бара. Мәҡәлә геройы Табаева Фәниә Ғәбит ҡыҙының ғүмер юлы тигеҙ генә түгел, ә һикәлтәле, бормалы һуҡмаҡтарға тиң. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға нибары 4 йәш кенә була. Шул осор ғаиләләре икенсе ауылға күсергә йыйынғанда, атайын фронтҡа алып китәләр. Һалҡын ҡыш мәлендә әсәһе биш бала менән урамда тороп ҡала. Ярай туғандары үҙҙәренә ҡыйын булһа ла, ярҙам ҡулын һуҙып, уларға йәшәргә мөйөш табып бирә. Быуындары нығынып та өлгөрмәгән үҫмерҙәр ололар менән бер рәттән колхоз-совхоз эшенә егелә. Ниһайәт, Еңеү яулап атайы Германияға тиклем барып етеп тыуған яғына бер яраһыҙ әйләнеп ҡайта. Фәниә Ғәбит ҡыҙы үҫеп буй етеп колхозда йәшелсә баҡсаһында эшләй, көҙҙәрен бойҙай ҡабул итеп, үлсәү менән шөғөлләнә. Яҙмышы уны Юрматы ауылына юллай унда ул аҡыллы, тырыш егетте Хәмит Табаевты осрата. Йәш парҙар тормоштарын бергә бәйләй. Ике ҡыҙ бер улға ғүмер бүләк итәләр. Ҡайғы еле лә урап үтмәй 15 йәшендә улдары вафат була. Әсә йөрәгенең бер өлөшө туҡталғандай тойола. Тик барыбер үҙендә йәшәргә көс таба, сөнки ҡалғандарын аяҡҡа баҫтырырға кәрәк икәнен аңлай ул. Тормош иптәшенең дә баҡыйлыҡҡа күсеүенә 6 йыл.
Бөгөн ул тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашып, үҙенең кәңәштәрен биреп балалары хөрмәтендә йәшәй. “Яратҡан һөнәрең буйынса эшләһәң, ғәзиз балаларың иҫән-һау булһа, һинең өсөн өҙөлөп, ярҙам итеп йөрөһә, беҙгә әсәләргә, шул шатлыҡ-һөйөнөстәр байлыҡ инде”, -ти ағинәй.
Кеше эше менән матур, тиҙәр. Фәниә Табаеваның да үкенерлек түгел үткәндәре. Бына тигән ғаилә ҡороп, балаларына өлгөлө тәрбиә һәм төплә белем биреп, ныҡлы аяҡҡа баҫтырған. Бер үҙе йәшәһә лә ялт итеп торған донъяһы. Шунан башҡа кешегә тағы нимә кәрәк? Үткәндәренә шөкөр итеп барына риза булып йәшәй Фәниә инәй. Бынан тыш ул “Көнгәк” гәзитен яратып уҡый, һәр йыл яҙыла, бүләк тә отоп ҡуя.
Һүрәттә: “Көнгәк” гәзитенә яҙылып Фәниә Табаева картина отто.