Көнгәк
+15 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
7 Января 2020, 06:57

Яңы йыл - ул яңы йыр, киләсәккә ҙур өмөт!

Яңы йылды һәр кем яҡшылыҡҡа, изгелеккә, яңы уңыштарға өмөтләнеп, уны күтәренкелек менән ҡаршы ала. “Көнгәк” гәзите коллективы әҙерләгән бүләктәр ҙә һеҙҙең байрам кәйефен күтәрһә, беҙ бик шат булыр инек.

Яңы йылды һәр кем яҡшылыҡҡа, изгелеккә, яңы уңыштарға өмөтләнеп, уны күтәренкелек менән ҡаршы ала. “Көнгәк” гәзите коллективы әҙерләгән бүләктәр ҙә һеҙҙең байрам кәйефен күтәрһә, беҙ бик шат булыр инек.
2020 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзиткә яҙылыу барышында уҡыусыларыбыҙҙы дәртләндереү, сәмләндереү маҡсатында “Аҙна призы” акциялары, социаль селтәрҙәрҙә “Мин “Көнгәк”кә яҙылдым!” флешмобы, ауыл биләмәләрендәге әүҙем уҡыусыларыбыҙ менән осрашыуҙар үткәрҙек. Флешмобта иң күп тауыш йыйып, Наилә Күсәрбаева (Аҡназар) 500 һумлыҡ сертификатҡа эйә булды.
Шулай уҡ халҡыбыҙ мәҙәниәтен, тарихын, милли үҙ аңын күтәреүгә битараф булмаған яҡташтарыбыҙ ярҙамында Яңы йыл приздары алыуға өлгәштек. 25 декабрҙә көндөҙгө 4-тә бер төркөм дуҫтарыбыҙ ҡатнашлығында уларҙы уйнаттыҡ. Унда баҫмабыҙға яҙылып, квитанцияһы күсермәһен алып килгән уҡыусыларыбыҙҙың барыһы ла ҡатнашты. Шулай итеп, бүләктәребеҙ түбәндәге даланлы дуҫтарыбыҙға эләкте: кейем киптергес – М. А. Үтәгәнова (“Колос”), борос һәм тоҙ һауыты – Л. М. Ҡорбанова (“Ивушка”), кәстрүл – З. Х. Күсмәева (Мәләүез), көрәк – Х. Ә. Илмөхәмәтова, көрәк – Г. С. Абдуллина, электр паяльник – Г. И. Хисаметдинова (Смаҡ), детектор – Р. Г. Ильясов (Томансы), кәбеҫтә турағыс – Л. Бикмөхәмәтова (Һыртлан), видеорегистратор – Д. Байназарова (“Дружба”), икмәк һауыты - А. З. Фәтҡуллина (Ерек), сәс алыу машинкаһы – М. Әбүбәкирова (Маяковский урамы), үлсәү – Г. Шәнгәрәева (Яр урамы), тәрилкәләр йыйылмаһы – М. М. Рыҫҡолов (Мотай), сәй сервизы – А. Килдебаева (Һарыш), Т. Заһиҙуллина (Үрге Юлдаш), Э. Байсурин (Үрге Юлдаш), 2020 йылға календарь – Ф. Монасипова, стакандар йыйылмаһы – А. Г. Яхина (Яҡтыкүл), табаҡ – Ә. Сайранова (Әбет), сәйнүк – С. Ф. Сәғитова (Үрге Юлдаш), ваза – С. Ишбаев (Әбет), туҡмас таҡтаһы – С.Смаҡова (Смаҡ), картина –Ф. Г. Табаева (Мәләүез).
Быйыл ике супер-приз уйнатылды: күп функциялы блендерға С. Ниғмәтуллина (Иштуған) эйә булды. Ә һарыҡ оло йәштәге уҡыусыбыҙ Н. Ғибәҙуллина (Арыҫлан) бәхетенә насип булды.
Гәзиткә яҙылыу барышында тырышлыҡ күрһәткән һәр милләттәшебеҙгә, баҫмабыҙға яҙылған һәр уҡыусыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Хөрмәтле дуҫтар, байрамыбыҙ мөбәрәк, табынығыҙ түңәрәк, эштәрегеҙ һәр саҡ уң булһын, йөҙөгөҙҙө һөйөү хисе биҙәһен. Ғаиләгеҙ усағы балҡып торһон, донъялар имен булһын. Һеҙгә киләһе йылдың һәр көнө ҡыуаныстар ғына килтерһен!
Лена АБДРАХМАНОВА.
Читайте нас