Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров уҙған йылға һығымта яһап, быйылға маҡсаттары менән бүлешеп, “Башинформ” агентлығында республика журналистары менән осрашты.
Депутат әйтеүенсә, Дәүләт Думаһы былтыр 500-ҙән ашыу закон ҡабул иткән. 1179 закон проекты – ҡаралыу өҫтөндә, шуларҙың 269-ы беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән. Зариф Закир улы үҙе 59 закон проектын алып бара. Былтыр уға 900-ҙән ашыу граждан мөрәжәғәт иткән. Депутат 42 тапҡыр урындарға сығып, халыҡты ҡабул итеү ойошторған, төрлө мәсьәләләр менән ярҙам һорағандар - 500-ҙән ашыу. Әйткәндәй, һорауҙың 20-25 проценты урында хәл ителә.
Зариф Байғусҡаров былтыр ҡабул ителгән һәм үҙгәреш индерелгән закон проекттарына ентекле туҡталды. Ғаилә һәм бала саҡты, ипотеканы түләй алмағандарҙы, микрофинанслау ойошмаларында алданғандарҙы, торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыусыларҙы яҡлап сыҡҡан закон проекттары фәҡәт кешеләрҙең хәлен еңеләйтеүгә ҡоролған.
Парламенттың түбәнге палатаһында ҡаралыуҙа ятҡан башҡа мөһим закон проекттары етерлек. Шулар араһында бәлиғ булмағандарға снюс һәм башҡа зарарлы изделияларҙы һатыуҙы тыйыу. “Бәйләнеш тураһында” законында үҙгәреш көтөлә, 100-ҙән ашыу кеше йәшәгән торлаҡ пункттарында Интернет һәм мобиль бәйләнеш һуҙыу планға индерелә. Депутат “Хәүефһеҙ юлдар” партия проектының кураторы булараҡ, иҫерек килеш рулгә ултырған водителдәргә язаны көсәйтеү тураһындағы закон проектын тулыһынса яҡлауын белдерҙе. Айныҡтырыу урындарын тергеҙеү ҙә мөһим мәьәләләрҙең береһе. Урамда төрлө кеше иҫереп ятырға мөмкин. Ул үҙенең һаулығына зыян килтерә, башҡаларға ла хәүеф тыуҙыра. Был закон проекты ҡабул ителһә, нисәмә кешенең ғүмере һаҡланасаҡ, тип белдерҙе Зариф Закир улы.
Конференцияла бик күп сетерекле һорауҙар ҡуҙғатылды. Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан депутат менән осрашыу фәһемле үтте. Зариф Байғусҡаров милли баҫмаларға күп ярҙам күрһәтә. Ул уҙған йылда әүҙем эшләгән журналистарға рәхмәт хаттары, исемле сәғәттәр, гәзит уҡыусылар араһында ойошторолған конкурста еңгәндәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.