Башҡортостанда Милли проекттарҙы бойомға ашырыу барышы Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активының республика башҡарма власы вәкилдәре менән осрашыуында тикшерелде. Беренсе вице-премьер Илшат Тажетдинов белдереүенсә, 2019 йылда проекттарға йүнәлтелгән аҡсаның 91 проценттан ашыуы үҙләштерелгән. Был эштә Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзалары әүҙем ҡатнаша, ти штабтың “Экология” майҙансығы модераторы Морат Шафиҡов.