Көнгәк
+16 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
29 Января 2020, 15:24

Берлинда "Йәшел аҙна" күргәҙмәһе үтте

Сарала Рәсәйҙең 18 төбәге ҡатнашты, Башҡортостан – шул иҫәптә.

17 ғинуарҙан 26-на тиклем Берлинда “Йәшел аҙна” 85-се халыҡ-ара күргәҙмә-йәрминкә үтте. Унда Рәсәйҙең 18 төбәге ҡатнашты, Башҡортостан – шул иҫәптә. Төрлө илдән килгән 1800-ҙән ашыу экспонент ауыл хужалығы, баҡсасылыҡ, аҙыҡ-түлек индустрияһы күргәҙмәһендә үҙ тауарын тәҡдим итте. Сара сиктәрендә 300-ҙән ашыу техника һорауҙарына ҡағылған конференциялар ойошторолдо.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкселегендә республика делегацияһы “Авдон” сауҙа йорто, “Башҡортостан тауары”, “Пышка”, “Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты”, “Рус игене”, “Турбаҫлы бройлейҙары”, умартасылыҡ буйынса фәнни-эксперимент станцияһы, “Башспирт”, “Бәләбәй һөт комбинаты”, “Ҡарлыман һөтө”, “Подкова”, “Башҡорт ҡаҙы”, “Башҡортостан үләндәре” һәм башҡа компанияларҙың иң яҡшы тауарҙарын тәҡдим итте. Башҡортостан вәкилдәре күргәҙмәләрҙе ҡараны, дегустацияла, ултырыштарҙа ҡатнашты. Белгестәр Гумбольдт исемендәге университетта ойошторолған махсус курста белемен камиллаштырҙы.
Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Илшат Фәзрахманов Австрияның ауыл хужалығы, төбәктәр һәм туризм буйынса федераль министры Элизабет Кестингер менән осрашып, ауыл һәм урман хужалығы, туризм өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итергә һүҙ ҡуйышыуҙары хаҡында һөйләне. Әйткәндәй, республикаға йәлеп ителгән сит ил инвесторҙары: Бәләбәй, Йәрмәкәй һәм Бишбүләк райондарында 11,5 мең баш һыйырлыҡ һөт комплекстары төҙөгән “ЭкоНива” агрохолдингы хужаһы Штефан Дюрр, “Бәләбәй һөт комбинаты” хужаһы Алекс Бонгрэн артабан да бизнестарын Башҡортостанда дауам итергә теләген белдергән.
Рәсәй етештереүселәренең Берлиндағы ҙур күргәҙмәлә ҡатнашыуы “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын бойомға ашырыуҙа ярҙам итәсәк.
Айбулат АҠНАЗАРОВ.
Читайте нас