Көнгәк
+19 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
30 Ғинуар 2020, 07:51

Эш дауам итә

Төбәк операторы вәкилдәре “Сүп-сар реформаһы”н бойомға ашырыу мөһимлеген иҫкәртте.

Район хакимиәтендә “Эко-Сити” төбәк операторы вәкилдәре ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса эшҡыуарҙар менән килешеү төҙөү мәсьәләһе буйынса күсмә ҡабул итеү ойошторҙо.
Уның барышында утыҙға яҡын эшҡыуар менән һөйләшелде, шуның 15-е килешеү төҙөнө. Белгестәр түләү нисек иҫәпләнгәнен аңлатты. Төбәк операторы вәкилдәре “Сүп-сар реформаһы”н бойомға ашырыу мөһимлеген иҫкәртте. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуға килешеү төҙөлмәгән осраҡта Башҡортостан Республикаһы Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы тарафынан штраф санкциялары ҡулланыласағы хаҡында хәбәр итте.
Килешеү төҙөү буйынса эш артабан да дауам итәсәк. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙар булһа, “Эко-Сити” төбәк операторының территориаль вәкиллегенә (Мәләүез ҡалаһы, Ленин урамы, 144/1) йәки 8-989-959-49-00 (МТС), 8-965-93-94-900 (Билайн), 8-937-497-49-00 (Мегафон), 8 (347) 298-04-90 телефондары буйынса “ҡыҙыу линия”ға мөрәжәғәт итегеҙ.
Ләйсән СӘЛИХОВА.
Читайте нас