Яңылыҡтар
2 Февраля 2020, 12:03

Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!

Ярыш ҡыҙыу барҙы.

Шәмбе ялы райондың киң мәғлүмәт саралары өсөн әүҙем һәм күңелле үтте. “Сәләмәтлек” саңғы базаһында “Көнгәк”, “Путь Октября”, “Пульс-М” гәзиттәре редакциялары , “Сатурн” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Еңеүгә юл” тип аталған ярышта ҡатнашты. Фестивалде район хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм секторы мөдире Ринат Басиров асты, бөтәһенә лә уңыш, саф һауала файҙалы ял теләне. Сәләмләү һүҙҙәре менән “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто предприятиеһының Мәләүез мәғлүмәт үҙәге филиалы директоры, РФ һәм БР Журналистар союзының Мәләүез бүлексәһе рәйесе Елена Мазиева сығыш яһаны.
Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуйған саңғы эстафетаһында алтышар кешенән торған өс команда көс һынашты. Баш судья Радик Хамматов ҡағиҙәләр менән таныштырҙы. Ҡатын-ҡыҙҙарға– бер, ир-егеттәргә ике километр араға ваҡытҡа йүгереү ҡаралғайны. Ярыш ҡыҙыу барҙы. Хеҙмәттәштәр, туғандар, дуҫтарҙан торған көйәрмәндәр ҡеүәтләү һүҙҙәре, алҡыштар менән һәр саңғысыны күҙәтеп, финиш һыҙығында ҡаршыланы.
Ниһайәт, тантаналы мәл етте – юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәр бүләкләнде. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Гөлиә Шаһиғәлина (“Путь Октября” гәзитенең аграр һорауҙар һәм иҡтисад бүлеге мөдире) өсөнсө урын яуланы, Лилиә Арыҫланова (“Көнгәк” гәзите хәбәрсеһе) менән Гөлгөнә Саҡаева (“Пульс-М” гәзите репортеры) икенсе урынды уртаҡлашты, Гөлиә Килдеғолова (“Пульс-М” гәзите хәбәрсеһе) беренселекте алды. Ир-егеттәрҙән Алексей Подрядов (“Путь Октября” гәзитенең версткалау инженеры) өсөнсө булып килде, икенсе урынға Антон Зверев (“Пульс-М” гәзите редакцияһы водителе) сыҡты, еңеүсе титулын Иван Холмогоров (“Сатурн” йәмғиәте хеҙмәткәре) яуланы. Еңеүселәргә Маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Дөйөм команда зачетында өсөнсө урын өсөн кубок “Сатурн” йәмғиәтенә бирелде, икенсе – “Пульс-М” гәзите командаһына, беренсе урын өсөн кубок менән Мәләүез мәғлүмәт үҙәге командаһы (“Путь Октября” һәм “Көнгәк” гәзиттәре редакциялары) бүләкләнде.
Сара аҙағында спорт һөйөүселәргә бергәләп сәй эсеү ойошторолдо. Районыбыҙҙың киң мәғлүмәт сараларында эшләгән хеҙмәткәрҙәр бөтә ерҙә лә өлгөрә. Һеҙ ҙә, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, ҡыштың һуңғы айында ял көндәрен саңғы базаһында күңелле һәм файҙалы итеп үткәрегеҙ!
Читайте нас