Яңылыҡтар
2 Февраля 2020, 12:38

Ишеттегеҙме әле?

Аллам һаҡлаһын инде

Кисә ҡалабыҙҙың Элеватор майҙансығы, 29 адресы буйынса урынлашҡан 4-се газ яғыулыҡ ҡойоу станцияһында ҡот осҡос хәл булды. “Рено Логан” автомобиле багажнигында газ баллоны шартлаған. Машинаның салоны, багажнигы киҫәктәргә ваҡланып осҡан. Бәхеткә күрә, кешеләр зыян күрмәгән. Әле тикшереү эше бара. Күптәр автомобилдәрҙең газда йөрөүен хуп күрә, осһоҙ ҙа, уңайлы ла, имеш. Был хәл хафаға һалды…
Читайте нас