Көнгәк
+17 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
6 Февраля 2020, 12:25

Медицина маскаларына хаҡ артамы?

Донъяла көтөлмәгән хәл тыуһа, халыҡ мохтажлыҡ кисергән тауарға хаҡ күтәрелә.. Ҡытайҙағы коронавирус сәбәпле халыҡ күпләп медицина маскаларын ала башланы, ә уға ла хаҡты арттырырҙармы?

Донъяла көтөлмәгән хәл тыуһа, халыҡ мохтажлыҡ кисергән тауарға хаҡ күтәрелә.. Ҡытайҙағы коронавирус сәбәпле халыҡ күпләп медицина маскаларын ала башланы, ә уға ла хаҡты арттырырҙармы?
Нәбирә Ишдәүләтова.
Ысынлап та, төбәктәрҙә сауҙаға сығарылған маскалар 31 процентҡа артҡан.
Вице-премьер Татьяна Голикова әйтеүәнсә, вирусҡа бәйле хаҡтарҙы Роспотребнадзорға һәм Федерацияның антимонополия хеҙмәтенә контролдә тотоу ҡушылды.
“Башҡортостанда ундай күренеш күҙәтелмәй. Әле беҙҙә тыныс. Ҙур дауахана селтәрҙәре менән аралаштыҡ. Маскаларға ҡытлыҡ юҡ, дауаханаларҙа етерлек, хаҡы ла 3,8-ҙән алып 8 һумға тиклем. Республика халҡына хафаланырға урын юҡ”, - тине республика парламенты депутаты, Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһының “ Сәләмәт киләсәк ” проектының йәмәғәт советы рәйесе Римма Үтәшева.
Читайте нас