Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге китапхананың башҡорт теле секторы әйҙәүсе белгесе Рәзилә Ҡотлогилдинаның хеҙмәтен баһалап бөткөһөҙ. Уның көсө менән төрлө темаға кисәләр, саралар уҙғарыла, юғала барған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы тергеҙеүҙә өлөшө ҙур. Рәзилә Фәтих ҡыҙы ойошторған “Сайран” фольклор төркөмө, “Илһам шишмәләре” әҙәби түңәрәге, “Замандаш” театр төркөмө уңышлы эшләй.
Ошо көндәрҙә Рәзилә Ҡотлогилдина Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияһы лауреаты исеменә лайыҡ булды. Сара әҙибәнең тыуған төйәге Күгәрсен районының Туйөмбәт ауылында уҙҙы.
- Хеҙмәтемә ҙур баһа бирелде, тип ҡабул итәм. Зәйнәп апай Биишеваның ижадына ғашиҡмын, заманында үҙе менән яҡындан танышып, аралашып ҡалғаным өсөн икеләтә бәхетлемен, - ти яҡташыбыҙ.
Киләсәктә тағы ла ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшергә насип булһын!