Көнгәк
+13 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
16 Февраля 2020, 18:11

Артыҡ борсолоу анемияға килтерә

Анемия (аҙҡанлылыҡ) – мәкерле сирҙәрҙең береһе. Хәлһеҙлек, бер нәмәгә күңел ятмау, тиҙ арыу, баш әйләнеү, йөрәк ауыртыу – барыһы ла анемия билдәләре.

Анемия (аҙҡанлылыҡ) – мәкерле сирҙәрҙең береһе. Хәлһеҙлек, бер нәмәгә күңел ятмау, тиҙ арыу, баш әйләнеү, йөрәк ауыртыу – барыһы ла анемия билдәләре.
Ауырыуҙы булдырмау өсөн ризыҡ рационын ныҡлы үҙгәртеү мөһим. Ҡабаҡ ҡушып бешерелгән бойҙай йәки кукуруз бутҡалары, еләктәр, виноград, банан, ҡурбуз, кәбеҫтә һәм әстерхан сәтләүеген ашау бик файҙалы. Ә бына шәкәр һәм крахмалға бай ризыҡтарҙы аҙ күләмдә ҡулланырға кәрәк.
Халыҡ медицинаһынан бер нисә кәңәш:
  • Бер стакан ҡайнар һыуға бер ус йөҙөм емеше һалып, төнгә ҡалдырығыҙ. Иртән карауаттан да тормайынса йөҙөмөн ашап, һыуын эсегеҙ.
  • Бер ай дауамында көн һайын иртән ас ҡарынға 100 грамм ыуылған кишергә ҡаймаҡ йәки үҫемлек майы һалынған салат ашағыҙ.
  • Был кәңәштәрҙе ҡулланыу алдынан врач менән кәңәшләшеү зарур.
    Читайте нас