Көнгәк
+17 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
17 Февраля 2020, 14:51

Әллә яңылыш, әллә яҙмыш

Спектакль геройҙары фронттан иҫән-имен ҡайтырға теләй, һәм, бер-береһенә вәғәҙә бирешә...Артабан ни булғанын мелодраманы ҡарарға барған кеше генә белә.

Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге китапханала Салауат башҡорт драма театры артистары ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Бөгөн Ҡала мәҙәниәт һарайында улар Туфан Миңнуллиндың "Әллә яңылыш, әллә яҙмыш" тип исемләнгән трагикомедияһын ҡуя. Осрашыуҙа һүҙ, әлбиттә, ошо тамаша хаҡында барҙы. "Ижад" төркөмө етәксеһе Рөстәм Фазылов әйтеүенсә, мелодрамала Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған артистары Нәүфилә Яҡупова, Фәтих Ҡолһарин, Наҙгөл Иҫәнбаева һәм йәш артист Риф Мусин Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы картиналарҙы йәнләндерәсәк. Рөстәм Рамазан улы Салауат башҡорт драма театрының тарихы, уның үҫеш юлдары менән таныштырҙы.
- Спектаклдә дүрт кенә персонаж. Һәр ҡайһыһы үҙенә тәғәйен ролде башҡара. Бөтәһе лә, шул иҫәптән, мин дә, төп геройҙарҙы уйнайбыҙ. Театрҙа 2006 йылдан эшләһәм дә, мин йәш артист һаналам. Коллектив оҫта, тәбиғәттән һәләтле артистарҙан тупланған, - тип бүлеште Риф Мусин.
Тәжрибәле актер, күп ваҡыт администратор Ринат Ибәтуллиндың бөгөнгө заман кешеһенә күңеле әрней. Халыҡ театрға бик ылыҡмай, өйҙә төрлө кино ҡарауға өҫтөнлөк бирә. Уның әйтеүенсә, артистар уйнаған тамашала энергетика көслө, хистәр, уйҙар бергә уҡмаша, кешенең күңеле байытыла. Бөгөн кис ҡуйыласаҡ мелодрамала ла бәләкәй генә тормош сағыласаҡ. Һуғышта иҫән ҡалыр өсөн, кеше ни генә ҡылмай. Тыуған тупраҡҡа ҡайтанан аяҡ баҫып, һауаһын һулағы килә. Ә йәш кенә ҡатыныңды ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡлауы ни тора? Бер-береңә вәғәҙә бирһәң, үтәргә кәрәк, шул саҡта иҫән ҡалаһың, ә инде уны боҙһаң... ҡайғы килә, тиҙәр. Спектакль геройҙары фронттан иҫән-имен ҡайтырға теләй, һәм, бер-береһенә вәғәҙә бирешә...Артабан ни булғанын мелодраманы ҡарарға барған кеше генә белә.
Әйткәндәй, теләгәндәргә тамаша ваҡытында рус теленә синхрон тәржемә ҡаралған.
Читайте нас