Көнгәк
+16 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
18 Февраля 2020, 16:00

ЯРҺЫП АСЫУЛАНҒАНДА НИ ЭШЛӘРГӘ?

Был осраҡтарҙа ике ысул ҡулланыла: Беренсе ысул:

Был осраҡтарҙа ике ысул ҡулланыла:
Беренсе ысул: Иҫкәртмәле рәүештәге саралар, йәғни алдан хәстәрлек күрһәтеү.
Гонаһтарҙан һаҡланыу кешегә бушҡа ғына ҡушылмаған. Йүнһеҙ, гонаһлы кеше шайтан ҡулында уйынсыҡ һымаҡ. Асыу – ул шайтандың кешегә тәьҫир итеүе. Унан һыу менән, тәһәрәт менән һаҡланырға кәрәк. Аллаһ Тәғәләнең асыуынан һаҡланырға кәрәк. Уның асыуының сәбәптәре иһә − тәкәбберлек, үҙеңде яратыу, һаранлыҡ, кәрәкле булмаған шаяртыуҙар, көлөүҙәр һәм уларға оҡшаш нимәләр. Бөтөн гонаһтар шайтанды һөйөндөрә. Сөнки уның төп эше – кешене тура юлдан (һиҙәйәттән) яҙҙырып тамуҡҡа табан илтеү.
Икенсе ысул: Асыу кешене биләгәндән һуң иһә ниҙәр эшләү.
Бындай ғәмәлдәр дүрт юл менән башҡарыла:
1. Аллаһ Тәғәләнән таштар менән ҡыуылған шайтандан һаҡлауҙы һорау. Йәғни “Әғүҙү билләһи минәш-шәйтанир-раджим” тип әйтеү.
2.Намаҙ алдынан ҡылына торған тәһәрәт алыу. Сөнки тәһәрәтле кеше шайтан өсөн тимер кейем (колчуга) кейгән яугир һымаҡ булыр. Уға шул ваҡытта бер зарар ҡыла алмаҫ. Шуға ла өшкөрөү менән шөғөлләнгән кеше һәр ваҡыт тәһәрәтле килеш була.
3.Асыуға тарыған кешенең хәлен үҙгәртеү юлы менән был зарарҙан һаҡланырға. Уға ултырырға йәки ятырға, бүлмәнән сығырға, йә иһә һүҙен тамамларға - быларға оҡшаш нимәнелер эшләргә кәрәк булыр.
4. Ҡөрьәндә һәм сөннәттә әйтелгәндәрҙе оноторға ярамай - асыуын тота белгәндәрҙең ҙур әжерҙәр менән бүләкләнеүен. Уңышһыҙлыҡтар-ҙың асыуҙың тоҡаныуынан булыуын һис онорорға ярамай.
Читайте нас