Яңылыҡтар
19 Февраля 2020, 12:00

ИКЕ МИЛЛИОН ТОННАНАН АШЫУ БУЛДЫ

“Экология” милли проектына ярашлы, сүп-сар йыйыу һәм эшкәртеүҙең яңы системаһына күсеүҙең былтырғы йомғаҡтары нимә күрһәтә?#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

– Статистика шуны раҫлай: былтыр ике миллион тоннанан ашыу ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар сығарылған, был эшкә аҙна һайын 500 берәмек техника йәлеп ителгән, – тине республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров, былтырғы эш тураһындағы йомғаҡлау доклады менән сығыш яһап. – Халыҡты сүп-сар ташыу буйынса хеҙмәтләндереү менән солғап алыу кимәле йыл аҙағына 97 процентҡа етте.
Читайте нас