Яңылыҡтар
19 Февраля 2020, 12:06

Президент, Собчактың үлеменә бәйле, Питерға осто...

Бөгөн Санкт-Петербург ҡалаһында Владимир Путинды ҡаршылайҙар. Никольский зыяратында ғибәҙәт ҡылынасаҡ.

Рәсәй Президенты Питерға Анатолий Собчактың үлеүенә 20 йыл тулыуҙы билдәләү уңайынан бара. Төньяҡ баш ҡаланың тәүге мэры 2000 йылдың 19 февраленән 20-һенә ҡарай төндә йөрәк өйәнәгенән үлгәйне.
Владимир Путин Собчактың Васильевск утрауындағы һәйкәленә сәскә гөлләмәһе һала, унан һуң махсус ойошторолған концертҡа бара.
Анатолий Собчак Санкт-Петербургты 1991 - 1996 йылдарҙа етәкләне. Ул саҡта Путин мэр кәңәшсеһе була, аҙағыраҡ Эске бәйләнештәр буйынса комитетты етәкләй, мэрҙың беренсе урынбаҫары итеп ҡуйыла.
Беҙ Анатолий Собчактың ҡыҙы Ксения ханымды бик яҡшы беләбеҙ. Атаһының хәтер кисәһенә, әлбиттә ул да килә. Никольский зыяратында ерләнгән мәрхүмдең рухына панихида ла үткәрәләр.
Фото: ТАСС.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Prezident-Sobchakti--lemen-b-yle-Piter-a-osto-128960/
Читайте нас