Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Февраль 2020, 17:05

Диктантты нисәгә яҙҙылар тип уйлайһығыҙ?

Белеүегеҙсә, 21 февралдә генерал-майор, данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған халыҡ-ара диктант үтте.

Белеүегеҙсә, 21 февралдә генерал-майор, данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған халыҡ-ара диктант үтте. Уны Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы, Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо.
Диктант өсөн яҙыусы-публицист, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының сәйәси бүлеге етәксеһе урынбаҫары Сәғит Ҡадировтың “Урал бөркөтө” әҫәренән өҙөк һайланғайны.
Уҡыусылар үҙҙәре уҡыған мәктәптәрҙә, ә башҡортса яҙырға теләгән ҡала халҡы Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында, татарса теләгәндәр 4-се мәктәптә яҙҙы. Текст ярайһы ауыр ғына ине. Һөйләмдәр ҙур, тура телмәрҙәр осраны. Шулай ҙа 9-сы гимназияла башҡортса яҙған оло кешеләр араһында ике кеше “өслө”, бер “дүртле” һәм ҡалғандары “бишле” билдәһенә яҙғайны. Был инде өлкәндәрҙең тел ҡағиҙәләрен онотмағанлығын күрһәтте.
Читайте нас: