ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2020, 18:08

Ватанға тоғро быуын үҫә

Ҡаланың 4-се мәктәбендә кадет кластарының тантаналы ант биреүенә һәм уҡыусыларҙы “Йәш армия” бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби илһөйәрлек сафына ҡабул итеүгә арналған сара уҙҙы.

Ҡаланың 4-се мәктәбендә кадет кластарының тантаналы ант биреүенә һәм уҡыусыларҙы “Йәш армия” бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби илһөйәрлек сафына ҡабул итеүгә арналған сара уҙҙы.
Тантанала хәрби йолаларҙың һәммәһе лә ентекләп үтәлде. Алдынғы кадеттар белем биреү йортоноң байрағын алып сыҡты, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан флагтары күтәрелде, Рәсәй һәм Башҡортостан дәүләт гимндары башҡарылды. Уҡыусыларҙың күрһәтмә сығышы башҡарылды.
Ошо әһәмиәтле ваҡиға менән район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, Мәләүез һәм Федоровка райондары, Мәләүез ҡалаһы хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров, ветерандар ойошмаһы рәйесе Александр Кузнецов, 4-се мәктәп директоры Юрий Зайцев, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ата-әсәләр ҡотланы.
Кадет кластарында белем биреү менән бергә илһөйәрлек тәрбиә лә -иғтибар үҙәгендә. Кадеттарҙы көслө ихтыярлы, хәрби уҡыу йорттарына әҙерлекле итеп тәрбиәләү - мәктәптең төп бурысы. Биш ай уҡыу барышында уҡыусылар күп нәмәгә өйрәнә, кадет тормошоноң кодексына әйләнгән ант тексын ятлап, уны ғәмәлдә ҡулланырға өлгөрәләр. Тыуған илдәрен, ерҙәрен яратҡандар ғына Ватанға тоғро булып үҫәләр.
Лилиә АРЫҪЛАНОВА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: