1 мартта республикала Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә. Байрам уңайынан барығыҙға ла ғаилә именлеге, балалар изгелеге, күңел көрлөгө, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!
Ғаиләләр ни тиклем ныҡлы булһа, илебеҙ ҙә тотороҡло булыр, сөнки тылы көслө булғандарҙың ғына илһамланып эшләгеһе, ижад иткеһе килә. Унда тыуған балалар бәхетле, сәләмәт булып үҫә. Милли йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр һаҡлана. Байрам менән, дуҫтар!