Көнгәк
+12 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
2 Марта 2020, 17:15

Яҙ килгәнен һеҙ ҙә тояһығыҙмы?

Һеҙ шиғыр уҡырға яратаһығыҙмы? Ошо көндәрҙә кемдең әҫәрҙәрен уҡынығыҙ? Бөгөн минең күңел торошома ошо ике шиғыр ауаздаш.

Күңелемдең иләҫ сағы бөгөн –
Үҙ-үҙемә үҙем хайранмын.
Ер йөҙөндә гөрләп яҙ килгәндә
Көтәм мин дә хистәр байрамын.
Өмөтләнеп бағам яҙҙарыма,
Наҙҙарыңа мохтаж саҡтарым.
Тамсы ғына һөйөү хисеңә лә
Йөрәгемде бирәм аҡтарып.
Яҙҙарыңда мине ярат әле,
Танһыҡ хистән килә сәсәгем.
Мөлдөрәмә тулып хистәр, әйҙә,
Йөрәктәрҙән китһен сәселеп.
Сәселһен дә, әйҙә, сәскә атһын
Йөрәктәрҙә һөйөү гөлдәре.
Күңелдәрҙә наҙлы хис уятһын
Яҙҙарымдың иркә елдәре.
Айгөл Айытҡолова.
Яҙ бөгөн төндә килгәйне,
Шым ғына.
Һиҙмәнеңме бер ишара –
Ым ғына?
Һиҙмәнеңме йәндә бөрө
Сирткәнен?
Тамырҙарҙа ҡан нығыраҡ
Тирткәнен?
Уяндым да, уның менән
Төн гиҙҙем.
Һиҙмәнеңме яҙ килгәнен?
Мин - һиҙҙем.
Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас