Яңылыҡтар
7 Марта 2020, 08:45

Ихласлыҡ тупаҫлыҡҡа ҡарағанда көслөрәк

Ҡояш менән Ел үҙ-ара кем көслөрәк тип бәхәсләшә икән.Ел:- Мин һинән ҡеүәтлерәк икәнлегемде иҫбат итәсәкмен.

Ҡояш менән Ел үҙ-ара кем көслөрәк тип бәхәсләшә икән.
Ел:
- Мин һинән ҡеүәтлерәк икәнлегемде иҫбат итәсәкмен. Ана, күрәһеңме плащ кейгән ҡартты? Мин уны һиңә ҡарағанда тиҙерәк сисендерәсәкмен, - тигән.
Ҡояш болот артына йәшенгән дә Елде күҙәтә икән. Уныһы бар көсөнә өргән дә өргән ти. Тик ни тиклем күберәк көс күрһәтһә, ҡарт шул тиклем нығыраҡ плащына төрөнгән, төймәләрен элгән ти. Елдең хәле бөтөп, туҡтамай сараһы ҡалмай.
Шул ваҡыт болот артынан Ҡояш сыҡҡан да юлсыға шундай йылы итеп йылмайған. Был йылы нурҙан, ихласлыҡтан хатта ҡарт тирләп киткән һәм өҫкө кейемен сисеп, ҡулына алған.
Шулай итеп, Ҡояш Елгә дуҫлыҡтың, мөхәббәттең, ихласлыҡтың асыуға, тупаҫлыҡҡа ҡарағанда күпкә көслөрәк булыуын күрһәткән.
Читайте нас