Яман сирҙәр йыш осраҡта диспансеризация үткәндә һәм профилактик тикшереүҙәр ваҡытында асыҡлана. Ошо сараларҙы уҙған кешеләрҙә онкология сирҙәрен асыҡлаусы табиптарҙы дәртләндереү түләүҙәре өсөн республикабыҙға 21 млн. 580 мең һум бүленеүе – яҡшы хәбәр. Ул аҡса Мотлаҡ медицина страховкалауы фондынан биреләсәк.
Былтыр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яман шеште иртә стадияла асыҡлаусы медицина хеҙмәткәрҙәренә премия биреү хаҡында указға ҡул ҡуйғайны. Был етди сараның “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын, уның эсенә ингән «Онкология сирҙәренә ҡаршы көрәш» ярҙамсы программаһын ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелеүен билдәләп үтәбеҙ.
Йоғошло булмаған хроник сирҙәрҙе (йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология, эндокрин һәм башҡалар) тиҙ арала асыҡлау һәм уларҙы ваҡытында дауалау киләсәктә өҙлөгөүҙәрҙең үҫешенән ҡасырға мөмкинлек бирә.
Алты йыл эсендә Рәсәйҙә бындай профилактика сараларына 70 процент халыҡты йәлеп итеү күҙаллана. Был иһә үлем осраҡтарын кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда, 2,5 тапҡырға аҙыраҡ амбулатор медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итә. Шуға улар араһында үлем осраҡтары 2 тапҡырға күберәк булыуы асыҡланған.
Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы иҫкәртеү сараларҙы «Һаулыҡ һаҡлау», «Демография» милли проекты сиктәрендә алып барасаҡ.