Яңылыҡтар
12 Марта 2020, 12:53

Коронавирус йоҡтороу ихтималлығы тикшерелә

Республиканың 2-се клиник дауаханаһына коронавирус йоҡтороу ихтималлығы булған ҡатын дауаханаға һалынған.

"Вся Уфа" телеканалы хәбәр итеүенсә, Африканан күптән түгел ҡайтҡан ҡатында киҫкен инфекция - коронавирусҡа шик тыуған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында быны раҫламаһалар ҙа, мәғлүмәтте кире ҡаҡмағандар. Быға тиклемге шикле осраҡтар береһе лә раҫланмаған. 13 марттан Рәсәй Италия, Испания, Франция һәм Германия менән һауа юлдарын сикләүе билдәле. Италиялылар өсөн виза биреү туҡтатыла.
Читайте нас