ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2020, 16:38

РЕСПУБЛИКА ЭШҠЫУАРҘАРЫ ЯРҘАМ АЛАСАҠ

Быйыл эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн республика һәм федераль бюджеттан 2,318 миллиард һум аҡса бүленгән. Уны бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың 20,7 мең субъекты аласаҡ.

Быйыл эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн республика һәм федераль бюджеттан 2,318 миллиард һум аҡса бүленгән. Уны бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың 20,7 мең субъекты аласаҡ. Уҙған йылда дәүләт ярҙамы менән 8 мең эшҡыуар файҙаланған. Был турала кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова еткерҙе.
Беҙҙә ярҙам итеү саралары артасаҡ. "Минең бизнесым" үҙәктәре лә күбәйәсәк (2024 йылға улар республиканың һәр ҡалаһында булырға тейеш), туристик һәм һөнәрселек коворкингтары, Көнкүреш йорто ла асыласаҡ. Эшҡыуарлыҡты үҫтереү РФ Президенты ҡушыуы буйынса әҙерләнеп ғәмәлгә ашырылған "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы алып барыла. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: