Башҡортостанда уҡыусыларҙың яҙғы каникулдары 6 апрелгә тиклем оҙайтылды.
Республика Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн ошондай ҡарар ҡабул итте.
Республиканың дөйөм белем биреү учреждениелары 23 марттан 30-ына тиклем каникулға сығырға тейеш ине.
Республика етәксеһе Мәғариф министрлығына уҡытыусылар колллективын дистанцион уҡытыу варианттарына әҙерләргә ҡушты. Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына белем биреүҙе дистанцион режимға күсереү бурысы йөкмәтелде.