Башҡортостанда декрет ялындағы әсәләргә яңы һөнәр үҙләштереү һәм уҡыған ваҡытта стипендия алыу мөмкинлеге тыуҙы.
Яңынан уҡыу программаһын өс йәшкәсә балаһы менән декрет ялында ултырған ҡатын-ҡыҙҙар йәки 7 йәшкә тиклем бала тәрбиәләгән, ләкин эшләмәгән ҡатын-ҡыҙҙар үтергә мөмкин.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, теләгән һөнәргә уҡып сығырға була. Эш биреүселә квалификацияны күтәрергә йәки белем биреү сертификатын алырға, йә иһә мәшғүллек үҙәге йүнәлтмәһе буйынса уҡырға мөмкин. Уҡыу ваҡыты - өс айға хәтлем.
Бынан тыш, уҡыған осорҙа ҡатын-ҡыҙҙарға МРОТ күләмендә - 13,9 мең һум стипендия түләнә. Был йәһәттән беҙҙең район мәшғүллек үҙәгендә лә эш алып барыла.
Быйыл республикала бөтәһе 1 257 ҡатын-ҡыҙҙы уҡытыу планлаштырыла.
Уҡыуға ярҙам сараларын алыу өсөн эш биреүсеңә йәки йәшәгән урын буйынса халыҡ мәшғүллеге үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк.