Сүп-сарҙы сығарыу һәм сорттарға айырыу менән шөғөлләнгән коммуналь хеҙмәттәрҙең эшселәренә бушлай битлектәр һәм респираторҙар бирергә тәҡдим ителде. Был ҡалдыҡтар аша коронавирус йоҡтороу хәүефе менән бәйле, тип хәбәр иттеләр «Берҙәм Рәсәй» төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.
Башҡортостандың Экологтар союзы рәйесе Александр Веселов һүҙҙәренсә, медицина учреждениелары пациенттарынан барлыҡ ҡалдыҡтар коммуналь составҡа ебәрелә. «Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһенә хәүеф янай, сөнки сүп-сар сығарған, сорттарға айырған һәм уны эшкәрткән белгестәрҙең зарарланыуы ихтимал», — тине Александр Веселов.