ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Март 2020, 16:24

Рәсәйҙә 1000-дән ашыу кеше коронавирус йоҡторған

Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙең 16 төбәгендә коронавирус инфекцияһы менән зарарланыуҙың 196 яңы осрағы асыҡланған. Сирлеләрҙең дөйөм һаны 1036 кешегә еткән.

Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙең 16 төбәгендә коронавирус инфекцияһы менән зарарланыуҙың 196 яңы осрағы асыҡланған. Сирлеләрҙең дөйөм һаны 1036 кешегә еткән.
Ошо осорҙа 45 кеше һауығып сыҡҡан, тип хәбәр итте Роспотребнадзор.
Эпидемиологик тикшеренеү мәғлүмәте буйынса, ауырыуҙар һуңғы ике аҙнала коронавирус инфекцияһы таралған илдәргә барған. Уларҙың бөтәһе лә инфекция бокстарына урынлаштырылған.
Башҡортостанда Covid-19 менән сирләүҙең дүрт осрағы теркәлгән. Уларҙың береһе – бала.
Коронавирус буйынса тәүлек әйләнәһенә эшләгән колл-үҙәк: 8-800-201-89-03.
Илдә коронавирус буйынса оператив мәғлүмәттәр: стопкоронавирус.рф.
Читайте нас: