Көнгәк
+15 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
28 Марта 2020, 07:00

Хаҡтар артмай тиһәләр ҙә, Башҡортостанда шәкәр, һуған һәм ҡарабойҙай ҡиммәтләнгән

Башстат 16 марттан 23-өнә тиклем аҙыҡ-түлеккә хаҡтар динамикаһын баҫтырып сығарҙы. Республика магазиндарында ҡайһы бер продукттарға хаҡтың артыуы күҙәтелә.

Башстат 16 марттан 23-өнә тиклем аҙыҡ-түлеккә хаҡтар динамикаһын баҫтырып сығарҙы. Республика магазиндарында ҡайһы бер продукттарға хаҡтың артыуы күҙәтелә.
Шәкәр 15,4% ҡиммәтләнгән, бер килограмы — уртаса 32,02 һум. Башлы һуған — 9,2% (25,02 һум), ҡарабойҙай — 7,1% (57,68 һум), картуф — 6% (18,6 һум), тоҙ — 4,8% (10,45 һум), дөгө 4,6% (58,84 һум), аҡ күсәнле кәбеҫтә 4,3% (19,8 һум), тауыҡ йомортҡаһы 3,1% (54,77 һум) артҡан.
Икмәктең хаҡы шул уҡ ҡалған тиерлек.
Ә бына ҡыяр һәм помидор арзанайған. Бер килограмм йәшелсәне уртаса 108,41 һәм 168,31 һумға һатып алырға мөмкин. Яҙ көнө, организм витаминға ҡытлыҡ кисергәндә, ошо йәшелсәләргә өҫтөнлөк бирергә мөмкин.
Читайте нас