Бөгөн Хөкүмәттең дүшәмбе кәңәшмәһендә тура эфирҙа Радий Хәбиров сит илдән ҡайтып та изоляция режимын үтәмәгән муниципаль етәксене бик әрләгәйне. Көйөргәҙе районының бер ауыл хакимиәте башлығы әле эштән китеү тураһында ғариза яҙған.
Ермолаево ауыл хакимиәте башлығы ҡатыны менән сит илдә булып ҡайтып та, ике аҙна карантинда ятмайынса, эшкә сығып йөрөүе хаҡында яҙғайныҡ инде. Был күренешкә бәйле республика етәксеһе ҡаты һүҙҙәр әйтте.
Һәм бына һөҙөмтәһе: ауыл хакимиәте башлығы, үҙ теләгем менән эштән китәм, тип ғариза яҙған.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bash-ortostan-Bashli-i-tarafinan-ati-t-n-itl-ng-n-et-kse-ariza-ya-an-191890/