Эпидемия бизнесҡа ла кире йоғонто яһай. Сөнки сиктәр ҙә ябылып торҙо, эске баҙарҙа ла талаптар ҡәтғиләштерелде. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам булмаһа, ул батасаҡ.
Үрҙә телгә алынған программа тап ошо категорияға булышлыҡ итеү өсөн төҙөлгән. Туристик, ҡунаҡхана, йәмәғәт туҡланыуы, мәҙәниәт һәм спорт, өҫтәмә белем биреү өлкәһендә эшләүсе бизнес субъекттары ошо ярҙамға өмөт итә ала.
Коронавирус хәүефе үтер ул. Беҙгә бит әле 2024 йылға тиклем ҙур маҡсаттарға өлгәшергә кәрәк. Президент ҡушыуы буйынса әҙерләнеп ғәмәлгә ашырылған "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проекты буйынса күҙалланған күрһәткестәргә ирешеү өсөн әлеге шарттарҙа эште туҡтатмау мөһим.
"Минең бизнесым" үҙәгендә эшләүсе махсус телефон: 8(347) 224-99-99.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.