Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәйҙә коронавирус менән сирләүселәрҙең тиҙ артыуын кисектерә алыуҙары тураһында белдерҙе. Дәүләт башлығы коронавирус хәүефе күп кешегә янамаһын өсөн мөмкин булғандарҙың бөтәһе лә эшләнеүен билдәләне.
“Рәсәй коронавирусҡа ҡаршы көрәштә ваҡытты һуҙа алды”, - тине ул.
Мәскәүҙә кисәге көндән башлап изоляция режимы ғәмәлдә. Кешеләргә ашығыс медицина ярҙамы артынан мөрәжәғәт итеүҙән, эттәрен урамға алып сығыуҙан, яҡындағы аҙыҡ-түлек магазинына барыуҙан башҡа урамға сығырға рөхсәт ителмәй.
Премьер-министр Михаил Мишустин ошоға оҡшаш сараларҙы Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәрендә лә индерергә саҡырҙы. Был яңы вирустың таралыу тиҙлеген кәметеү өсөн кәрәк.
Фото: Globallookpress.com