1 апрелдән республиканың 98,5 пенсионерына социаль пенсия 6,1 процентҡа арта. Шулай уҡ саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәт үткән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең инвалидлыҡ буйынса дәүләт пенсиялары, хәрби хеҙмәт үткәндәрҙең тол ҡатындарына, Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарының һәм унда ҡатнашҡан инвалидлыҡ буйынса пенсиялары, радиация һәм техноген фажиғәләр һөҙөмтәһендә зыян күргән граждандарҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының ҡартлыҡ буйынса пенсиялары арта. Шулай уҡ башҡа түләүҙәр ҙә артасаҡ, уларҙың күләме социаль пенсияларҙың үҫеүенә бәйле. Был ил Президенты Владимир Путиндың “Демография” проекты маҡсатында башҡарылған эштәрҙең береһе.