ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2020, 13:08

Эшҡыуарҙар ярҙамһыҙ ҡалмай

Ярҙамдың төп төрө һалымға ҡағыласаҡ.

Ярҙамдың төп төрө һалымға ҡағыласаҡ.
Ул муниципалитеттарға республика бюджетын тулылындарыусы бизнесҡа һалым ярҙамын әҙерләргә ҡушты. Һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһын ҡулланған ойошма һәм шәхси эшҡыуарҙарға “килем” системаһы буйынса һалым ставкаһын 6 проценттан 1 процентҡа тиклем төшөрөргә ҡушты.
Әгәр бәләкәй һәм урта бизнес ойошмалары муниципалитет милкендә булған бинаны ҡуртымға ала икән, улар хаҡ түләүҙән азат ителәсәк. Муниципалитеттар апрель аҙағына тиклем документ әҙерләргә тейеш.
Бынан тыш бизнес өсөн социаль һалым күләме 30 проценттан 15 процентҡа тиклем төшәсәк, ярты йылға НДС-тан башҡа һалым түләүҙәре сикләнеп торасаҡ. Был ярҙам тураһында ил Президенты Владимир Путин да әйткәйне. Шулай уҡ бизнес тикшереүҙәрҙән азат ителә.
Дәүләт ярҙамын көрсөктән иң ныҡ зыян күргән тармаҡтар аласаҡ. Улар йәмәғәт туҡланыуы, туризм, ҡунаҡханалар - барлығы 13 тармаҡ.
Читайте нас: