“Бөгөн 450 меңдән ашыу ҡыҙ һәм үҫмер каникулдан һуң беренсе дәресте үҙ класында түгел, ә дистанцияла уҡыу форматында башланы. Был беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡ, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы ла яңылыҡ. Һеҙҙең өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырырға тырыштыҡ, - тине Радий Фәрит улы. - Бер ҡасан да булмағанса хәҙер бөтә нәмә үҙегеҙгә бәйле. Бөгөн - геройҙар ваҡыты. Ә батырлыҡты яҡындарығыҙға, дуҫтарығыҙға ярҙам итеп кенә лә эшләргә була. Йылдар үткәс, балаларығыҙға үҙегеҙҙең ысын кеше булыуығыҙ тураһында ғорурлыҡ менән һөйләүегеҙҙе теләйем”.