Коронавирус хәүефе сәбәпле үҙ аллы изоляция режимын күҙәткән балалар дистанциялы уҡыуҙы үҙләштерә.
Мәктәптә ҡайнар аш менән бушлай тәьмин ителгән уҡыусыларға дүшәмбенән башлап аҙыҡ-түлек йыйылмаһы бирелә башланы. Биш уҡыу көнөнә бер комплект тапшырыла. Уның эсенә ярма, макарон изделиеһы, көнбағыш майы, һуттар инә. Тупланма үҙгәртелергә мөмкин.
Ауыл һәм ҡала белем усаҡтарында әлегә 2906 ғариза ҡабул ителгән. Тейешле документ тапшырып өлгөрмәгән ғаиләләр иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Бының өсөн уларға электрон ғаризаны теләгән уңайлы ысулды ҡулланып, класс етәксеһенә ебәрергә, алыу көнөн, ваҡытын белеп, шәхесте раҫлаған документ менән мәктәптән барып алырға кәрәк. Һәр учреждение үҙенең графигын булдырған. Мәғариф бүлеге инженер-технологы Гөлназ Әмирова әйтеүенсә, аҙыҡ-түлек йыйылмаһы менән беҙҙә өс аутсорсер - “Мәләүез” ҡулланыусы ойошмаһы (И.Ғ. Фәйзуллин), “Арҡайым” йәмғиәте (З.Ғ. Шафиҡова) һәм шәхси эшҡыуар С.В. Бикташева - тәьмин итә. Көндәлек туҡланыуға күп балалы ғаиләләргә 45 һум, физик мөмкинлеге сикләнгәндәргә, инвалидтарға 90 һум аҡса - республика бюджетынан, аҙ килемле ғаиләлә үҫкәндәргә, опекаға алынғандарға, йәтимдәргә, ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға 45 һум аҡса муниципаль район бюджетынан бүленә. Аҙыҡ-түлек таратыуҙы ойоштороуға күп көс һалынған. Белем учреждениелары хеҙмәткәрҙәре тарафынан байтаҡ эш башҡарылған. Ҡаланың 5-се, Нөгөш ауылы мәктәптәрәндә шөғөлләнгән уҡыусыларға тупланма махсус таратылған.
Әлбиттә, күпкә өмөтләнгән, бөтөнләй икенсе ассортимент көткән ата-әсәләр юҡ түгел. Әммә улар теләгән йәшелсә, емеш-еләк, консерва ризыҡтары тиҙ боҙолған ризыҡ исемлегенә инә. Мәғариф идаралығының бойороғона ярашлы, аҙыҡ-түлек йыйылмаһы сифатлы, бала һаулығына зыян килтермәгән, хәүефһеҙ ризыҡтан тупланған.
Һүрәттә: 1-се гимназияла ҡоро паек тапшырыу мәле.
Дәүләттең бындай хәстәрен хуплайым. Ошондай киҫкен осорҙа ла мохтаждарға ярҙам күрһәтеүҙәре - ыңғай күренеш. Ризаһыҙлыҡ белдергәндәргә аптырайым, булғанына шөкөр ҡылырға кәрәк. Балалар өйҙә уҡыһа ла, аҙыҡ менән тәьмин ителеүҙәре һәйбәт, тип уйлайым. Бөтә илдә ҡурҡыныс осор барғанда ҡоро паек таратмаһалар ҙа була инде, дәүләттең башҡа сығымдары ла етерлек бит. Иғтибарһыҙ ҡалдырмағандарына рәхмәт белдергем килә.