Көнгәк
+20 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
10 Апреля 2020, 12:28

МИЛЛИ ПРОЕКТ: ЭШҠЫУАРҘАРҘЫ ЯРҘАМҺЫҘ ҠАЛДЫРЫП БУЛМАЙ

Банк коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле, бизнесмендарға хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләү өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы осорға кредит бирә башланы. Был – дәүләт ярҙамы программаһы буйынса.

Банк коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле, бизнесмендарға хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләү өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы осорға кредит бирә башланы. Был – дәүләт ярҙамы программаһы буйынса.

Тәүге кредиттар алты айға процентһыҙ итеп бирелә. Аҙаҡтан ярты йыллыҡ түләүҙе субсидиялау юлы менән 12 айға ла бирелеүе ихтимал. Быныһы инде процентлы буласаҡ.

Ғаризалар ябайлаштырылған тәртиптә ҡарала. Залог-фәлән һоралмай.

Әлбиттә, бәләкәй эшҡыуарлыҡ ошо вирус таралыуы осоронда зыян күрҙе. Уларға банкротҡа төшөргә юл ҡуйырға ярамайҙыр. Беҙҙә бит бизнесты үҫтереү буйынса күп эш башҡарылды һәм башҡарыла. Дәүләт бер осорҙа (үҙизоляцияла) уларҙың ауыр хәлдә ҡалып, эшен бөтөнләй туҡтатыуын нисек тыныс ҡына үткәреп ебәрһен?

Беҙгә бит әле Президент ҡушыуы буйынса әҙерләнеп ғәмәлгә ашырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты маҡсаттарына ирешергә кәрәк.

Фото: РИА-Новости.

Читайте нас