ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 15:25

Дауахана ғәҙәти режимда эшләй

“Һуңғы ваҡытта үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлексәһе эшмәкәрлегенә ҡағылышлы төрлө хәбәр таралды. Ул бөгөн ниндәй режимда эшләй?”Г. ЗАҺИҘУЛЛИНА.

“Һуңғы ваҡытта үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлексәһе эшмәкәрлегенә ҡағылышлы төрлө хәбәр таралды. Ул бөгөн ниндәй режимда эшләй?”
Г. ЗАҺИҘУЛЛИНА.
Һорауға үҙәк район дауаханаһы баш врачы Урал Мәжит улы Хәбибуллин яуап бирә:
  • Медицина учреждениеһының бөтә структура подразделениелары, шул иҫәптән хирургия корпусы бөгөн ғәҙәти режимда эшләй. Карантин менән бәйле килеп тыуған хәлдә түҙемлек күрһәткәне һәм аңлағаны өсөн хеҙмәттәштәремә рәхмәт белдерәм. Ә район-ҡала халҡын үҙ аллы изоляция режимын һаҡларға, дарыуханаға, магазинға сыҡҡан осраҡта бөтә һаҡлыҡ сараларын күрергә саҡырам.
  • Читайте нас: