Көнгәк
+13 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
15 Апреля 2020, 10:30

Халыҡ-ара диктант тәүге тапҡыр онлайн уҙғарыла

Башҡорт теленән диктант яҙыу быйыл 25 апрелдә онлайн-форматта үтәсәк. Унда һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн bashkdictant.ru сайтында теркәлергә кәрәк. Иртәнге 11-ҙә Башҡортостан юлдаш телеканалында, «Бәйләнештә», Instagram социаль селтәрҙәрендә, YouTube видеохостингыһында тура трансляция башлана.

Диктантты башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандарға мультиинструменталист Заһир Зәйнетдинов, башҡорт телендә иркен аралашҡандарға “Хәбәрҙәр” тапшырыуын алып барыусы Флүрә Мурзина, төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкәндәр өсөн яҙыусы Марсель Сәлимов уҡый.
Мәләүез районы һәм ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләлә Рафиҡова билдәләүенсә, диктант Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан үткәрелә.
  • Район-ҡала халҡын туған телебеҙҙе, хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән был сарала әүҙем ҡатнашырға саҡырам. Быға тиклем үткәрелгән диктантты яҙыу өсөн белем биреү учреждениеларына барырға тура килһә, быйыл өйҙә үҙ аллы яҙырға була. Бөтә ҡатнашыусыларға сайтта шәхси кабинетта йәки электрон почта аша электрон сертификат ебәреләсәк. Акцияның рәсми йомғаҡтары 30 көн эсендә сайтҡа ҡуйыласаҡ, - ти Ләлә Хәниф ҡыҙы.
  • Читайте нас