Йәш техниктар станцияһы педагогтары ла үҙ эшмәкәрлеген төрлө йүнәлештә алып бара. Тәрбиәләнеүселәр уҡыу процесына тәүге аҙнала уҡ әүҙем йәлеп ителгән һәм үҙ эштәре, ҡаҙаныштары менән онлайн-режимда ҙур теләк менән бүлешә.
Дәрестәрҙең бөтәһе лә теҙмә буйынса алып барыла һәм көндөҙгө 3-тә башлана. Педагогтар һәм балалар WhatsApp, Zoom, OBS studio чаттарын, шәхси сайт, электрон почтаны әүҙем файҙалана. “Бәйләнештә”, YouTube социаль селтәрҙәрендә түңәрәктәр өсөн төркөмдәр асылған. Иң мөһиме, дәрестәр элекке кеүек үк сағыу һәм ҡыҙыҡ үтә.