Ҡурҡыу белмәҫ көрәшсе, оратор, Советтар Союзына нигеҙ һалыусы, халыҡты яҡты киләсәккә, «Алға! Коммунизмға!» әйҙәүсе Ленин бабайға - 150.
Ил тарихында тәрән эҙ ҡалдырған бөйөк шәхес Владимир Ильичты һаман Ленин бабай тип йөрөтәбеҙ. Сөнки беҙ үҫкәндә, шиғыр һөйләһәк тә, йыр йырлаһаҡ та, уның исеме һәр саҡ телдә булды, сәхнәләрҙән яңғыраны. Үҙен күреп белмәһәк тә... яҡын ул беҙгә.
Бөйөк революционер хаҡында төрлө кире хәбәрҙәр, имеш-мимештәр йөрөһә лә, ул ябай халыҡҡа ирек биргән, уның тормошон ҡайғыртҡан, йәшәйеш өсөн бик күп ыңғай үҙгәрештәр индергән, ғәҙеллек өсөн һәм ғәҙелһеҙлек менән көрәшкән кеше.
Өлкәндәр октябрят, пионер, комсомол булған, галстук, значоктар тағып, байраҡ күтәреп йөрөгән, сәхнәләрҙән бөйөк юлбашсыға арнап йырҙар йырлаған, күмәкләшеп өмәләргә сыҡҡан ваҡыттарын һағынып иҫкә ала. Ғүмерҙәренең иң матур мәлдәрен Ильич исеме менән бәйләй.
Беҙ ҙә эләктек уны ҙурлаған ваҡытҡа. Беҙҙең дә булды Ленин бабайлы сағыбыҙ. Хәҙер инде барыһы ла тарихта ғына тороп ҡалды...