Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Апрель 2020, 16:25

Ҡыҙ баламды

Эй, хоҙайым, абай яһа мине,Ҡыҙ баламды ҡәҙерләргә өйрәт!



Ошо оло, иркен донъяларҙа
Минең өсөн иң илаһи әҫәр -
Ҡыҙым даһа - ҡаты сәтләүеккәй,
Бер ҡараһаң ыуалырҙай гәлсәр.

Минең төҫөм, ғәзиз күҙ нурҡайым,
Аҡ ҡағыҙым минең алдымдағы.
Ниҙәр һалам, нимә яҙам унда,
Уҡый алмай, уйға ҡалдым тағы.

Ошо оло, сикһеҙ донъяларҙа
Минең өсөн иң илаһи һүрәт...
Эй, хоҙайым, абай яһа мине,
Ҡыҙ баламды ҡәҙерләргә өйрәт!

Гөлнара Хәлфетдинова.
Читайте нас: