Республикала “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе Секретары, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән ойошторолған “Башҡортостан продукттары. Һеҙҙең хаҡта хәстәрлек менән” хәйриә проекты старт алды.
Уға ярашлы, аҙ тәьмин ителгән һәм айлыҡ балалар пособиеһы алған күп балалы ғаиләләргә аҙыҡ-түлек тупланмалары таратыла. Яңы проект төбәктең етештереүсе предприятиелары тарафынан хуплау тапты. Төп спонсорҙар – “Интер РАО ЕЭС”, Башҡортостан сода һәм Урал тау-металлургия компаниялары. Улар тарафынан бүленгән аҡсаға 100 мең ҡап аҙыҡ-түлек йыйылмаһы әҙерләнгән.
Уның составына урындағы етештереүселәр тәҡдим иткән сифатлы ризыҡтар ингән. Мәҫәлән, “Ҡарлыман” ҡуйыртылған һөтө, “Башбакалея” ярмалары, “Шишмә” көнбағыш майы, “Өфө ит-консерва комбинаты”нда етештерелгән быҡтырылған ит һәм башҡа аҙыҡ-түлек бар.
Ярҙамдың тәүге партияһы Өфө ғаиләләренә тапшырылды. Әле графикка ярашлы, аҙыҡ-түлек тупланмаһы район һәм ҡалаларға ебәрелә башланы. “Ғаилә” үҙәге етәксеһе Эльвира Салауатова билдәләүенсә, хәйриә ярҙамы ошо көндәрҙә Мәләүезгә киләсәк. Уны ирекмәндәр мохтаж ғаиләләргә таратасаҡ. Әйткәндәй, аҙыҡ йыйылмаһын район-ҡаланан бөтәһе 1890 ярҙамға мохтаж ғаилә аласаҡ.
Һорауҙар менән колл-үҙәкә (8-800-201-89-03), “Ғаилә” үҙәгенә (3-23-67) мөрәжәғәт итергә мөмкин.